Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин тәбрикләне.
— Бер-берегеҙ менән аралашып, төрлө спорт төрҙәрендә ярышып, күңелдәрегеҙ күтәрелһен, барығыҙҙы ла дуҫлаштырһын был спорт байрамы. Шулай уҡ изге традицияға әйләнеп, башҡа райондар ҙа дауам итһен ошондай дуҫтарса осрашыуҙы, — тигән теләктәрен еткерҙе Социаль фонд бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә Вадим Рәфҡәт улы.
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең ойоштороу эштәре идаралығы начальнигы Ә. С. Казанцева ла ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе:
— Бөгөн беҙ иҫтәлекле, хатта легендар сараға йыйылдыҡ. Был спорт ярыштары ғына түгел, коллективты берләштереүҙең, рәсми булмаған лидерҙарҙы асыҡлауҙың, хеҙмәткәрҙәргә үҙҙәрен башҡа өлкәлә лә күрһәтергә мөмкинлек биреүҙең дөрөҫ алымдарының береһе. Барығыҙ бергәләп Рәсәй Федерацияһының Социаль фондының берҙәм ҙур командаһы икәнлегеҙҙе иҫбатлайһығыҙ. Башҡортостандың Урал аръяғы райондары алдынғылыҡта, һеҙ тәүгеләрҙән булып ГТО нормативтарын тапшырыуға фестивалгә йыйылдығыҙ. Ошо сараны ойоштороуға күп көс һалған район хакимиәтенә, район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе коллективына, Социаль фондтың Әбйәлил клиент хеҙмәте начальнигы Илнур Мырҙагилдинға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, — тине Әлфиә Сәғит ҡыҙы. — Спортсыларыбыҙға ГТО нормативтарын тапшырыуҙа уңыштар теләйем.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: хеҙмәт коллективтарының бындай спорт байрамында ҡатнашыуы, шуның менән сәләмәт йәшәү рәүешен һәм әүҙем тормош позицияһын пропагандалауҙары ҡыуаныслы.
Һәр кемгә үҙенең ни тиклем көслө, оҫта һәм сос икәнен белеү ҡыҙыҡлы ине, һөҙөмтәлә социаль фонд хеҙмәткәрҙәренең һәр береһе үҙ йәш категорияһы өсөн билдәләнгән һынауҙарҙы уңышлы үтәне.
Шулай уҡ командалар эстафетала һәм арҡан тартышыуҙа көс һынашты. Әбйәлил командаһы (һүрәттә) һынатманы һәм уңышлы сығыш яһап, фестивалдең беренсе дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Әбйәлилдәрҙең беренсе урын яулауында үҙ йәш категорияларында призлы урын алған хеҙмәткәрҙәр Әлсинә Әҡсәнова, Фәнил Харисов һәм Вадим Лоҡмановтың өлөшө ҙур.
Икенсе урынды Сибай командаһы алды, учалылар өсөнсө урында билдәләнде, дүртенсе урында — баймаҡтар.
Командаларға грамоталар, рәхмәт хаттары һәм кубоктар тапшырылды.
Сараны район мәҙәниәт бүлегенең һәүәҫкәр артистарының сағыу сығыштары биҙәне.