Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Октябрь 2025, 10:50

Иң зирәктәр билдәләнде

Ҡырҙасҡа шашка һөйөүселәр йыйылды

Иң зирәктәр билдәләнде
Иң зирәктәр билдәләнде

Район инвалидтар йәмғиәте ағзалары шашка турнирын көтөп ала. Сөнки бындай турнир йыл һайын үткәрелә һәм уйынсылар күңелендә ярыштың матур мәлдәре оҙаҡ һаҡлана. Быйылғы сараны Ҡырҙас инвалидтар йәмғиәте ойошторҙо.

 Һәр ауыл биләмәһенән йыйылған шашка һөйөүселәрҙе ҡырҙастар ихлас, йылы ҡаршы алды. Ауылдың заманса, бөхтә клубында ҡунаҡтар алдында ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре һәм балалар сағыу номерҙар менән сығыш яһаны. Улар әҙерләгән шәп тамаша барыһын ла оҡшаны.

 Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы район ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәнова, Ҡырҙас беренсел ойошмаһы рәйесе Фәниә Лоҡманова тәбрикләп, сәмле ярыш, күңелле ял минуттары теләне. Шашка буйынса ярыштарҙа алдынғылыҡ бирмәгән Әкрәм Италмасовтың уйындың судьяһы булды. Ул ярыш шарттарын аңлатҡанда һуң ҡара һәм аҡтар көрәше башланды.

 Сәмле турнир уйынсылар еңелергә теләмәй, бар зирәклеген, отҡорлоғон һалып ярышты. Әлбиттә, иң күп мәрәй йыйған оҫталар еңеүсе тип иғлан ителде. Ир-егеттәр араһында шашкала алдынғылыҡ бирмәгән Рәмил Шәрәфетдинов (Асҡар) беренсе урын яуланы. Зөлфәр Байбулатов (Хәлил) менән Ринат Әҡсәнов (Ташбулат) бер тигеҙ мәрәйҙәр йыйып, икенсе урында билдәләнде.  Тағы бер шәп уйынсы Рәфҡәт Билалов (Асҡар) өсөнсө урынға сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла шашка уйынын һөйөүселәр күп. Беренсе урынды шашка оҫтаһы Фирүзә Аралбаева (Асҡар) яуланы. Икенсе урынды Зифа Фәтхетдинова (Асҡар) һәм Гөлшат Зарипова (Ишкилде) алһа, өсөнсө урынға Ғәйниә Ғабдрахманова (Хәлил) лайыҡ булды. Турнирҙа еңеүселәр миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнде.

Район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Нәсимә Әҡсәнова спорт сараһын үткәреүҙә ярҙам күрһәткән Ҡырҙас ауыл биләмәһе башлығы Р. Ғәйзуллинға, клуб мөдире Г. Кирамоваға, художество етәксеһе Г. Асҡароваға, шашка турниры буйынса судья А. Италмасовҡа, Ҡырҙас ойошмаһы рәйесе Ф.  Лоҡмановаға, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Ф. Булатоваға, ҡатны-ҡыҙҙар советы рәйесе Г. Кейеккужинаға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.  Ошо көндәрҙә юбилейҙарын билдәләгән инвалидтар ойошмаһы ағзалары  Д.  Суфиянов менән Х. Хәлфетдиноваға бүләктәр тапшырылды.

Ҡырҙас инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Фәниә Лоҡманова үҙенең исеменән барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, ярышты ойоштороуҙа ярҙамлашыусы ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Күңелле осрашыу мул табын артында тамамланды.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас