Рәсәй Президенты спорт, гуманитар һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек теләһә ниндәй конфликттарҙа һәм геосәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтарға бәйле булырға тейеш түгел, тип белдерҙе.
Президент һүҙҙәренсә, спорт кешеләрҙе, халыҡтарҙы берләштерергә тейеш – тап ошо юҫыҡта илдәрҙең спорт ойошмаларының эшмәкәрлеге булырға тейеш.
Рәсәй бөтә илдәрҙең тиң хоҡуҡлылығы өсөн эҙмә-эҙлекле сығыш яһай һәм спортты ҡеүәтле берләштереүсе көс итеп ҡарай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт башлығы.
В. Путин сығышында балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлде. Президент билдәләүенсә, тап иртә йәштә сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәре һәм кешенең артабанғы яҙмышын билдәләгән спорт принциптары һалына. Ошоноң менән бәйле спорт инфраструктураһын әүҙем үҫтереү дауам ителә: бөтә ил буйынса өс йөҙ етмеш меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы төҙөлгән, һәм был эш артабан дауам ителәсәк.