Таһир Кусимов исемендәге гимназияның бокс секцияһында, Илшат Бараков һәм Альберт Мәүлетдинов ҡулы аҫтында 80 бала тәрбиәләнә. Уларҙың 60-ы үҫмерҙәр булһа, 20-һе ҡыҙҙар.
Тренерҙарҙың алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәте, тәрбиәләнеүселәрҙең тырышлығы һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Район данын яҡлап ҡайҙа ғына ярышта ҡатнашһалар ҙа, улар чемпион булып ҡайталар. Тәрбиәләнеүселәр ҡала, төбәк һәм Бөтә Рәсәй турнирҙарында юғары һөҙөмтә күрһәтә. Альберт Рөстәм улы менән Илшат Шәфҡәт улы үҙҙәренең спортсылары тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй:
— Бында конкуренцияға урын юҡ, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу ғына, ысын чемпион шулай тыуа. Һәм, әлбиттә, үҙ өҫтөндә эш мөһим. Элек егеттәр күберәк шөғөлләнһә, хәҙер был спорт төрөнә ҡыҙҙар ҙа күп килә. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар боксы популяр спорт төрө булып тора, тиһәң бер ҙә арттырыу булмаҫ. Камила Ғәбитова, Мәликә Батталова һәм Арина Ғәтиәтуллинаны миҫалға килтерергә мөмкин. Быйылғы йылда улар өсөһө лә төрлө кимәлдәге ярыштар еңеүселәре, ә иң бөйөк еңеүҙәре — чемпион исемен яулағандар.
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһында был спорт төрө юғары үҫеш алған. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда бокс менән республикала 9 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. 27 ноябрҙән 7 декабргә тиклем Өфөләге Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үткәрелә. Ярыштарҙың баш ҡалабыҙҙа буласағы хаҡында быйыл июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форум барышында асыҡланды. Унда ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Ярыштарҙа Рәсәйҙән 180 спортсы үҙ көсөн һынаясаҡ. Башҡортостан исеменән 11 вәкил ете ауырлыҡ үлсәмендә ярышасаҡ. Андрей Назаров чемпионаттың юғары кимәлдә үтәсәгенә ышаныс белдерҙе һәм теләге булғандарҙың барыһын да унда ҡатнашырға саҡырҙы.
Динир Мырҙабаев, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директор урынбаҫары:
— Беҙҙең районда бокс һуңғы йылдарҙа ныҡ үҫешә. Был спорт төрөн үҫтереү өсөн тренерҙар күп көс һала. Олораҡ тренерҙар араһынан элек-электән Сиҙәм ауылында Рөстәм Мәүлетдинов балалар менән шөғөлләнә, ул бөгөн дә эшләй. Уның улы Альберт Мәүлетдинов һәм Илшат Бараков Таһир Кусимов исемендәге гимназияла балаларға бокс серҙәрен өйрәтә. Тағы ла Эдуард Нурисламов һәм Илнур Юлдыбаев Михайловка һәм Асҡар мәктәптәрендә эшләйҙәр. Балалар төрлө кимәлдәге ярыштарҙан ҙур еңеүҙәр менән ҡайталар, тимәк, тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе бар.
Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Андрей Назаров:
- Ике йыл инде мин Башҡортостан Республикаһының бокс федерацияһы менән етәкселек итәм. Баштан уҡ уны илдә иң яҡшыларҙың береһе итеү маҡсатын ҡуйҙым. Ике йыл эсендә республикабыҙҙың 40 ҡала һәм районында бокс Федерацияһының 20 яңы филиалы асылды. Ир — егеттәр йыйылма командаһы Волга буйы федераль округында иң көслөләрҙең береһе, даими рәүештә призлы урындар яулай. Баш ҡалала Көрәш һарайы эшләй башлағас, спортсыларыбыҙ ярыштар өсөн бик яҡшы база алды.