Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ноябрь 2025, 08:33

Өмөтлө проект

Башҡортостанда һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн спорттың уңайлылығын арттырыу буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өмөтлө проект
Өмөтлө проект

Проектты «Сәнғәт, фән һәм спорт» хәйриә фонды һәм ВЭБ.РФ дәүләт үҫеш корпорацияһы тормошҡа ашыра. Уны финанслау инвестиция средстволары иҫәбенә бара.

Инициативаға рәсми старт 2025 йылдың 27 сентябрендә Инклюзив атлетика республика фестивале сиктәрендә бирелә, ул Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә.

Проектта кәм тигәндә 300 кеше ҡатнашасаҡ тип күҙаллайҙар. Улар - 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге күреү һәләте насарайған балалар, шулай уҡ 18 йәштән 70 йәшкә тиклемге I, II һәм III күреү һәләте буйынса инвалидлыҡ төркөмө булған өлкәндәр. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты - 2027 йылдың 30 июненә тиклем.

- Башҡортостан Рәсәйҙә инклюзив спортты үҫтереүҙең яңы йүнәлешен билдәләй. Беҙҙең проект һәр кемгә өмөт өҫтәй һәм спорт донъяһын аса, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас