Тупаҡ үҫмерҙәре туғыҙынсы йыл самбо менән шөғөлләнә. Ауылда спортты үҫтерәм, ҡул һуғышы алымдарына өйрәтәм тип торған тренер булыуы ҙур бәхет. Малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа секцияға ихлас йөрөй. Яҡшы техника, ныҡышмал әҙерлек емештәрен бирә: Салауат Нуриман улының тәрбиәләнеүселәре республика, Рәсәй күләмендәге төрлө ярыштарҙа әһәмиәтле еңеүҙәр яулай. Күрше ятҡан Михайловка, Таштимер, Йәлембәт ауылдары балалары ла магнит кеүек бында тартыла. Тик ихласлап шөғөлләнер урындары булмауы ошоғаса проблема була. Тренер Салауат Баһаувтың һәм ДЮСШ директоры Ласын Усмановтың башланғысында ауыл халҡы, ата-әсәләр райондан рөхсәт алып яңы мәктәп бинаһына күскәндән һуң бушап ҡалған иҫке балалар баҡсаһын спорт клубына әүерелдереү идеяһын тормошҡа ашыра. Бағыусылар ҙа үҙҙәренең ауылдаштары араһынан табыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр, район Советы депутаты, эшҡыуар Юнир Таһиров матди ярҙам күрһәтә. Хәленән килгән һәр кем ҡул көсө менән ярҙамға килә: ҡыйыҡ ябыуы алмаштырыла, бина тыштан профнастил менән көпләнә, тимер ишектәр ҡуйыла, ишек алдында һәм, ғөмүмән, ихатала төҙөкләндереү эштәре башҡарыла, эске яҡтан иһә тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. Стеналарҙы һүтеп ҙур көрәш залы булдырғандар. Уға бөтә майҙаны буйынса мат түшәлгән. Бынан тыш тағы өс бәләкәй зал бар. Улар тренажерҙар, спорт инвентарҙары менән йыһазландырылған. Тренерға эш кабинеты хәстәрләнгән. Малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн айырым сисенеү урындары бүленеүе, санитар уңайлыҡтар һәм душ бүлмәһе булдырылыуы спортсыларға бик ҡулай. Һәм иң ғәжәпләндергәне шул: клубтың саунаһы бар. Баҡтиһәң, ярыштар алдынан саунала тирләү ауырлыҡ ташлау өсөн бик мөһим алым икән. Ярҙам итәм тигән ҡатын-ҡыҙҙарға ла эш етерлек күләмдә булған: төҙөлөш саңын йыуыу, буяу эштәрен дәррәү көс менән атҡарып сыҡҡандар. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар советы активистары әүҙемлек күрһәткән. Таҙартып, йыйыштырып, сағыу баннерҙар элеп сыҡҡас, спорт клубына ҡот ҡунған.
Уҙған аҙнала ошо берҙәм дөйөм хеҙмәт емешенең һөҙөмтәһе булған «Тупаҡ Самбо» спорт клубын асыу тантанаһы гөрләп үтте. Һөйөнөслө байрам менән ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар — Әбйәлил башлығы Айрат Әминев һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин, район Советы депутаты Юнир Таһиров, мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов, «Юрға» ат-спорт мәктәбе директоры Нуриман Хәйруллин, «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев, Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев, Магнитогорск ҡалаһынан самбо буйынса тренер Сергей Клочков килде. Сарала ауыл халҡы, ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты, уны ойоштороу эштәренә көс һалды. Йолаһына килтереп ишеккә ҡыҙыл таҫма ла тарттылар. Уны киҫеү хоҡуғы хөрмәтле Айрат Зиннәт улына, Ласын Марат улына һәм Салауат Нуриман улына бирелде. Ҡунаҡтарға яңы спорт клубына экскурсия үткәргәндән һуң, сараның тантаналы өлөшө дауам итте.
— Тупаҡ ауылында балалар һәм үҫмерҙәр спорт залы асылыуына күңел шатлана. Хәҙер уларҙың самбо менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттары ла бар, ул көс һәм сослоҡ ҡына түгел, характер, дисциплина һәм еңеүгә ынтылыш та тәрбиәләй, — тип билдәләне район башлығы.
Айрат Зиннәт улы былар барыһы ла тренерҙан тороуын баһалап, Салауат Нуриман улына фиҙаҡәрлеге өсөн рәхмәт әйтте һәм физик культура һәм спорт үҫешенә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға тос өлөш индергәне өсөн район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләне. Әйтергә кәрәк, Салауат Баһаув ДЮСШ тренеры ғына түгел, ауыл Советы депутаты, һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ла. Ошондай уҡ грамоталарға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Тупаҡ ауылы яугирҙәре Булат Хызыров, Илсен Искәнйәров, Заһир Суфиянов лайыҡ булды. Ағалы-ҡустылы Азамат һәм Урал Хызыровтар, Илнур Әхтәмов, Риф Фәйезов, Самат Мәғәфүров йәштәрҙе һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә әү-ҙем эшмәкәрлектәре өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Сығыш яһаусылар спорт — ул сәләмәт киләсәк нигеҙе тигән өмөт-ышаныс менән йәш спортсыларға уңыштар, ҙур еңеүҙәр теләне. Тупаҡ ауылы имамы Вәлит Таһиров аят бағышланы. Яңы нигеҙ туйлау уңайынан бүләктәр ҙә мул төштө. Районда балалар үҫешенә ҙур өлөш индергән «Салауат» ЯСЙ-һы клубҡа ноутбук менән принтер, мәғариф бүлеге һәм ауыл биләмәһе хакимиәте сертификаттар, ата-әсәләр, ауыл мәсете кәрәкле инвентарь һәм аҡсалата бүләктәр яһаны. Тантананы самбо клубында шөғөлләнеүселәрҙең күрһәтмә сығыштары йомғаҡланы. Байрам айҡанлы ата-әсәләр ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә балаларға һығылып торған өҫтәл әҙерләне. Нуриман Рәйес улының махсус заказ буйынса бешерттереп алып килгән «Тупаҡ Самбо» тигән яҙыулы тортты спортсылар оҡшатты.
Репортажымды Ласын Марат улының сығышынан уйынлы-ысынлы өҙөк менән тамамлағым килә. Моғайын, тупаҡтар быға үпкәләмәҫтәр. «Тупаҡ халҡы үҙенсәлекле: һуғышсан рухлы булыуҙары менән айырыла. Был ауылдан МХО-ла ҡатнашыусылар күп булыуы юҡҡа түгел. Самбо клубы йәштәрҙең ташып торған көс-ғәйрәтен спортҡа йүнәлтергә мөмкинселек бирә. Бынан ары: «Тупаҡҡа килеп ҡара...» тигән билдәле фразаны: «Тупаҡҡа кил — көрәшәйек!» тигән девиз алмаштырһын», — тине ул. Амин, шулай булһын!