Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Декабрь 2025, 10:08

Башҡортостан — спорт буйынса еңеүсе!

Мәскәүҙә физик культура һәм спорт өлкәһендәге иң абруйлы наградаларҙың береһе – Милли спорт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип танылды. Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа еңеүсе дипломын тапшырҙы.

Башҡортостан — спорт буйынса еңеүсе!
Башҡортостан — спорт буйынса еңеүсе!

Был еңеү — спортсыларҙың һәм уларҙың остаздарының, власть органдары вәкилдәренең уртаҡ тырышлығы һөҙөмтәһе. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, балаларға спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булһын өсөн заманса физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, спорт һарайҙары асабыҙ тип билдәләне республика етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
— Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәк булараҡ милли спорт премияһына лайыҡ булды. Беҙ тәүге тапҡыр 2019 йылда еңеүсе булғайныҡ.
Был юғары награда — бөтә республиканың эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе: беҙҙең команда, легендар, танылған спортсылар, тренерҙар, методистар, физкультура уҡытыусылары, хатта яңы объекттарҙы сафҡа индергән төҙөүселәр үҙ өлөштәрен индерҙе. Әлбиттә, спорт яратҡан Башҡортостан халҡы. Был дөйөм еңеүгә ҡағылышы булған һәр кемгә рәхмәт белдерәм.
Был юғары награда алға барыу өсөн яҡшы стимул — спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктураны үҫтереү, паралимпиясыларға һәм адаптив спортҡа иғтибар бүлеү, балаларыбыҙ өсөн иң яҡшы шарттар булдырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. 

Башҡортостан быйыл тағы ике номинацияла өс призер иҫәбенә инде. Фехтование буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе – «Иң яҡшы спорт мәктәбе» номинацияһында, ә «Башҡортостандың адаптив спорт үҙәге» спорт мәктәбе «Рәсәй өмөтө: иң яҡшы спорт мәктәбе, иң яҡшы адаптив спорт ойошмаһы» номинацияһында билдәләнде.
Быйыл «Рәсәй төбәге» номинацияһында еңеүгә Башҡортостан менән бергә Татарстан һәм Хабаровск крайы ла дәғүә итте.

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина:
— Хәрби хәрәкәттәр ветерандарын спорт берләшмәһенә йәлеп итеү фонд эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Беҙ уларҙың рух көсөн һәм сыҙамлығын күрһәтеү генә түгел, ә үҫеп килгән быуынға өлгө булыуҙары, төбәктең спорт тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары менән ғорурланабыҙ.
Адаптив спортҡа айырыуса иғтибар бүленә: 150-нән ашыу инвалид ветеран реабилитацияға һәм социаль адаптацияға йүнәлтелгән махсус программаларға йәлеп ителгән. Был бик мөһим эш.

Башҡортостанда спорттың 141 төрө, шул иҫәптән 31 төп спорт төрө үҫешә. 119 аккредитацияланған төбәк спорт федерацияһы эшләй. 2024 йылда республика спортсылары төрлө дәрәжәләге 3000-дән ашыу миҙал яуланы. 174 спортсыға — «Рәсәйҙең спорт мастеры», 13 спортсыға «Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры» исеме бирелде. 2025 йылда 410 Башҡортостан спортсыһы Рәсәйҙең йыйылма командалары составына индерелде. 9 ай эсендә улар ике меңдән ашыу миҙал яуланы. Адаптив физик культура һәм спорт менән даими рәүештә 47 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә. Алты төбәк бүлексәһе булған адаптив спорт үҙәге уңышлы эшләй.

Ласын Усманов, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры:
— Оҙаҡ йылдар республиканың төрлө төбәктәрендә ярыштарҙа ҡатнашҡан кеше булараҡ беҙҙә спорт үҫешенә ҙур иғтибар бүленеүен ныҡлы әйтә алам. Башҡортостанда заманса ареналар, бассейндар, стадиондар, ФОК-тар төҙөлгән, һәр районда балаларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Был бик мөһим, сөнки спорт йәш быуында көслө характер тәрбиәләй, сәләмәт тормошҡа йәлеп итә. Беҙҙең районда ла спортта ҡаҙаныштар күп, көслө командаларыбыҙ ярыштарҙа еңеүҙәр яулай. Яңыраҡ Тупаҡ ауылында самбо клубы асылды. Тиҙҙән был спорт төрө буйынса ла чемпиондар үҫер тип өмөт итәбеҙ.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ уларҙың ғаиләләрен социаль яраҡлаштырыу өсөн «Батырлыҡ» проекты тормошҡа ашырыла. Спорт ярыштарында ҡатнашыу өсөн МХО ветерандарынан спорт командаһы ойошторола, улар спорт ярыштарында еңеүҙәр яулай.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас