Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Декабрь 2025, 08:43

ГТО нормативына дрондар менән идара итеүгә тест индерелә

Президент В. Путиндың ҡушыуы буйынса Хөкүмәт балаларҙың һаулығын нығытыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәр әҙерләйәсәк һәм ГТО комплексына пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса тест индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләйәсәк. #ВладимирПутин

ГТО нормативына дрондар менән идара итеүгә тест индерелә
ГТО нормативына дрондар менән идара итеүгә тест индерелә

Президент ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Советтың ноябрҙә үткән ултырышынан һуң Президент Владимир Путин тейешле йөкләмә биргән. Шулай уҡ министрҙар кабинеты «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексына пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса һынауҙар индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләйәсәк.

Путиндың

башҡа йөкләмәләре араһында:

  • балалар-үҫмерҙәр спортын

үҫтереү буйынса сараларҙы камиллаштырыу һәм раҫлау;

  • бөтә төбәктәрҙә иң популяр спорт төрҙәре

буйынса «Мәктәп лигаһы" ярышын үткәреүгә әҙерләнергә;

  • бәлиғ булмаған

спортсыларға спорт разрядтары ярыштарында бушлай ҡатнашыуҙы тәьмин итеү;

  • Спорт министрлығынаберҙәм тренерҙар реестрын булдырырға;
  • Төбәк етәкселәренә юғары класлы спортсыларҙы әҙерләгән тренерҙарҙы дәртләндереү сараларын булдырырға.
Автор: Вил Илһамов
Читайте нас