Спорт
16 Ғинуар , 11:01

Каникул спорт сараларына бай булды

3 ғинуарҙа Ташбулат ауылының боҙ майҙансығы хоккей һөйөүселәрҙе махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ярышҡа йыйҙы. Мөһим әһәмиәтле уйында еңеү өсөн Буранғол, Атауҙы, Асҡар, Ахай, Хәлил, Байым һәм Ташбулаттан ике команда көс һынашты.

3 ғинуарҙа Ташбулат ауылының боҙ майҙансығы хоккей һөйөүселәрҙе махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ярышҡа йыйҙы. Мөһим әһәмиәтле уйында еңеү өсөн Буранғол, Атауҙы, Асҡар, Ахай, Хәлил, Байым һәм Ташбулаттан ике команда көс һынашты. 
Турнир ялға ҡайтҡан өлөшләтә мобилизация яугире  Айгиз Хисмәтовтың инициативаһы буйынса ойошторолдо. Спортсылар Тыуған ил өсөн башын һалған батырҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Матчты асып, беренсе шайбаны ырғытыуҙа МХО-ла һәләк булған яҡташыбыҙҙың тол ҡатыны Әлфинур Латипова һәм мобилизация яугире улы Румил Әхтәмов ҡатнашты. 
Көйәрмәндәргә яҡшы эмоциялар биргән көноҙоно дауам иткән матур һәм ғәҙел уйын һөҙөмтәләре буйынса Ташбулат командаһы — беренсе, Буранғол командаһы — икенсе, Атауҙы командаһы өсөнсө урын яуланы һәм улар, ярашлы рәүештә, 10, 5, 3 мең һум күләмендә аҡсалата бүләкләнде. Ҙур спорт сараһына МХО-ла һәләк булған Рафаэль Шәрәфетдиновтың, Зәбир Хөшшәмовтың ғаиләләре, шулай уҡ ойоштороусы Айгиз Хисмәтов бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Нәҡ ошо батыр ир-егеттәрҙең ҡатындары Әнүзә Хисмәтова, Альбина Хөшшәмова, Эльвира Шәрәфетдинова һәм  герой ул үҫтергән әсәй Фәниә Шәрәфетдинова Ташбулат урта мәктәбенең интернатында спортсыларҙы ашатыуҙы ла ойошторҙо. 
Сараны ойоштороусылар кубоктар һәм миҙалдар менән ярҙам күрһәткән һәм бина менән тәьмин иткән район хакимиәтенә рәхмәт белдерә. 

*    *    *
8 ғинуар Ишҡол урта мәктәбендә РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы Рәфҡәт Ильяс улы Махийәнов иҫтәлегенә арналған волейбол турниры бик ҡыҙыу үтте.
Ярыш, положениеға ярашлы, 2008 йылғы һәм уларҙан кесе йәштәге ҡыҙҙар араһында уҙҙы һәм унда әбйәлилдәрҙән тыш, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан көслө командалар ҡатнашыуы уйынды айырыуса ҡомарлы  итте.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса команда иҫәбендә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы ҡыҙҙары беренселекте яуланы. Икенсе урында — Ишҡол, өсөнсө урында Йылайыр районы Юлдыбай ауылы командалары билдәләнде. Номинацияларға килгәндә, Ишҡолдан Альбина Ирғәлина «Иң яҡшы уйынсы» исеменә лайыҡ булды.

Хәлил ауылының боҙ майҙансығы ағымдағы миҙгелдә икенсе тапҡыр хоккейсыларҙы ҡабул итте. 10 ғинуарҙа Советтар Союзы Геройы Рәүеф Әбдел-ғәни улы Дәүләтовтың иҫтәлегенә хоккей ярышы уҙҙы. 
Әйтергә кәрәк, Герой исеменә ярыш быйыл етенсе тапҡыр үткәрелде. Уның төп ойоштороусыһы булып батыр ейәне Рәфис Дәүләтов тора.
Ярышта бөтәһе 8 команда ҡатнашты. Райондың Әлмөхәмәт, Асҡар, Ишбулды, Хәлил, Атауҙы һәм Ташбулат командаларынан тыш турнирға күрше райондарҙан Иҫке Сибай (Баймаҡ), Байназар (Бөрйән) хоккейсылары ла ҡушылды. Сара тантаналы асылды. Спортсыларҙы Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Мостафа Фәттәхов һәм Рәүеф Дәүләтовтың туғаны Руслан Әхәт улы сәләмләне, уңыштар теләне. 
Уйындар ике боҙ майҙансығында — Хәлилдә һәм Ишбулды ауылдарында дауам итте. Финал иһә Хәлилдә уҙҙы. Һөҙөмтәлә күсмә кубокҡа еңеү яулаған Ишбулды ауылының «Ахай» командаһы лайыҡ булды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Әлмөхәмәт һәм Атауҙы командалары бүлеште. Айырылып торған көслө хоккейсылар номинацияларҙа билдәләнде. Константин Аксенов (Атауҙы) — «Иң яҡшы ҡапҡасы», Айгиз Әсәҙуллин (Ишбулды) — «Иң яҡшы һаҡсы», Айтуған Йосопов (Әлмөхәмәт) — «Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы» булып статуэткалар һәм грамоталар менән бүләкләнде. 
— Ярышты үткәреүҙә туғандарҙың финанс яҡтан ҙур ярҙамын билдәләп үткем килә. Турнирҙа ҡатнашыусыларға кейенергә, йылынып алырға мәҙәниәт йорто асыҡ булды. Клуб хеҙмәткәрҙәре Нәйлә еңгәй һәм Гөлназ апай Дәүләтовалар хоккейсыларҙы ихлас ҡаршыланы.  Ашатыуҙы ойоштороуға мәктәп ашханаһын биргән директор Э. И. Әлибаеваға рәхмәтлебеҙ.  Туғандарыбыҙ Нәркизә Хәйбуллина, Лена Сәйфуллина, Гөлсәсәк Үтәғолова аш-һыу әҙерләне. Тәүге йылдарҙа ярышты тулыһынса үҙ көсөбөҙ менән үткәрә инек. 2024 йылда ДЮСШ-ның ярҙамы менән күсмә кубок булдырылды. Ғөмүмән, ярыш йылдағыса дәррәү, матур уҙҙы. Уны Герой олатайыбыҙҙың данлы исеменә торошло итеп үткәреп ебәреүҙә ҡатнашлығы булғандарҙың һәммәһенә лә  Дәүләтовтар нәҫеле исеменән рәхмәт белдерәм, — тине Рәфис Руслан улы. 
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас