Нияҙғол ауылы уҙаманы Илшат Аҙнабай улы уҙған йылдың февралендә үҙ теләге менән ил һағына баҫа. Әммә күп тә үтмәй яу яланында махсус хәрби операция барышында хәбәрһеҙ юғала. Ғаилә башлығының табылырына, имен-һау ҡайтыуына ҙур өмөттәр бағлап йәшәй яҡындары. Тик хыялдарҙы селпәрәмә килтереп, Илшат Аҙнабай улының үле кәүҙәһе табыла һәм уны тыуған ауылына алып ҡайтып, оло хөрмәт менән ерләйҙәр.
Атаһын ер ҡуйынына һалғас, 9-сы класта уҡып йөрөгән улы Рамаҙан Һибәтуллин атаһы һатып алып биргән «ПАТРОН» мотоциклын МХО зонаһына ебәрергә ҡарар итә. «Минең мотоциклым кемдеңдер атаһының ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итһен», — тигән теләктә тапшыра ул «Талисман» ирекмәндәр төркөмөнә техникаһын. Рамаҙан шулай уҡ неонацизмға ҡаршы көрәшкән яугиргә ҡәҙерле кешеһенә әйтергә өлгөрмәгән һүҙҙәр яҙылған хат-мөрәжәғәт тә ебәрә.
— Төп бурыс — балалар һәм үҫмер-ҙәр спортына ярҙам итеү, уны үҫтереү. Әлбиттә, бының өсөн инфраструк-тураны үҫтерергә — физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейн- дар, боҙ ареналары төҙөргә кәрәк, — тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.
Атаһының исемен мәңгеләштереү маҡсатында «Балапан» хоккей командаһының шәп ҡапҡасыһы булған Рамаҙан хоккей турниры үткәреү идеяһын күтәреп сыға, әсәһе Гүзәл Хәлим ҡыҙы улына һәр яҡтан терәк булып, бағымсылыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, апайҙары Динә менән Алһыу ҙа мөмкин тиклем ярҙам итәләр. Мәктәп етәкселеге, тренерҙар тырышлығы менән ойошторолған турнир уҙған шәмбелә үтте. Ярыштарҙа Яңы Балапан, Ташбулат, Байым, Белорет районы Сермән мәктәптәре командалары көс һынашты. Көсөргәнешле ярышта беренсе урынды «Байым» хоккейсылары яуланы. Икенсе урынды «Бөркөт» (Сермән) командаһы алды. «Балапан» командаһы өсөнсө, «Ташбулат»тар дүртенсе урында билдәләнде. Командаларға кубоктар һәм дипломдар тапшырылды.
Сермән ауылының «Бөркөт» командаһы ағзалары үҙҙәренең еңеүсе кубогын «Балапан» ҡапҡасыһы, яугир Илшат Һибәтуллиндың улына бүләк итте.
«Рамаҙан улым һәм үҙемдең исемдән турнирҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткән «Балапан» хоккей клубы тренеры Фәнис Фирғәт улына, хоккейсыларҙың ата-әсәләренә, Яңы Балапан мәктәбе директоры Гөлназ Хөснитдин ҡыҙына, Нияҙғол ауылының ағинәйҙәр ҡорона, Эльмира һәм Динис Һөйөндөковтарға, Фәниә һәм Даян Заһитовтарға, Римма һәм Даяна Рәхимоваларға, туғандарыбыҙға, ауылдаштарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ил именлеге, беҙҙең яҡты киләсәк өсөн башын һалған яугирҙәребеҙ онотолмаһын. Яу ҡырында булған ватандаштар имен-һау, еңеү менән ҡайтһындар», — тигән теләктәрен еткерә Гүзәл Һибәтуллина.