Башҡортостанда бөтәһе 66 тест үҙәге эшләй, улар бөтә муниципалитеттарҙы үҙ эсенә ала. ГТО комплексы саралары «Рәсәй Спорты» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республика ГТО нормативтарын үтәүселәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө һәм илдә 11-се урынды биләгән.
Тест һөҙөмтәһендә 35,4 мең кеше алтын билдәһе алған, 23 мең кеше көмөш һәм 23,5 мең кеше бронза знагы менән бүләкләнгән. Муниципалитеттар араһында иң юғары күрһәткестәрҙе Шишмә, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары күрһәткән.
- Башҡортостанда ГТО нормативтарын үтәүгә өлкән быуын кешеләрен әүҙем йәлеп итеү өсөн уникаль программа тормошҡа ашырыла. ГТО нормативтарын «алтын», «көмөш» һәм «бронза " ға үтәгән 60 йәштән өлкәндәргә физкультура-спорт ойошмаларына бушлай йөрөү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыла. Шуның арҡаһында ГТО нормативтарын үтәгән оло йәштәгеләр һаны 2022 йылдан алғанда 4,5 тапҡырға, йәки 3 257 кешегә артты, – ти БР Хөкүмәте вице-премьеры - спорт министры Руслан Хәбибов.
Шулай уҡ, 6-17 йәштәрҙәге инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, ГТО нормативтарын үтәгән махсус хәрби операция ветерандары сертификаттар алыу хоҡуғына эйә.
Вице-премьер хәбәр итеүенсә, 2026 йылда төбәк биләмәһендә «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексын үтәү өсөн тағы 15 майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла. Бынан тыш, Башҡортостан пилот төбәге сифатында пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе күҙ уңында тотҡан ГТО комплексын һынауҙа ҡатнашасаҡ.