Спорт
10 Апреля , 04:15

Өҫтәл теннисы уйнанылар

3 апрелдә Асҡар ауылында «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы базаһында белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында өҫтәл теннисы буйынса Бөтә донъя өҫтәл теннисы көнөнә һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған Әбйәлил районының асыҡ беренселеге үтте. 

Өҫтәл теннисы уйнаныларӨҫтәл теннисы уйнанылар
Өҫтәл теннисы уйнанылар

Ярышты «Талисман» вокаль студияһы асты ( етәксеһе Нөғәмәнова Ф. М.)
Ярышта райондың Таштуй, Һамар, Яңы Балапан, Сиҙәм, Ишбулды, Амангилде,Ишҡол, Йәнгел уҡыусылары һәм Өфө ҡалаһынан нҡунаҡтар ҡатнашты. 
Йәш тенниссылар дүрт йәш категорияһында ярышты, оҫталыҡ, реакция тиҙлеге һәм стратегик фекерләүҙе күрһәтте.
Һәр уйын дәрт һәм еңеүгә ынтылыш менән тулы булды. Көсөргәнешле алыштың йомғаҡтары түбәндәгесә билдәләнде.

11 йәшкә тиклемге малайҙар араһында:
1-се урын - Азамат Мәҡсүтов  (Өфө ҡалаһы)
2-се урын - Владик  Йосопов (Һамар)
3-сө урын - Артем Ғәлин (Таштуй)

11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында:
1-се урын - Мия Легостаева (Өфө ҡалаһы)
2-се урын - Лиана Солтанова  (Таштуй)
3-сө урын - Лилиана Мансурова(Һамар )

12-13 йәшлек егеттәр араһында:
1-се урын-Рияз Хәлисов (Ишбулды)
2-се урын - Глеб Ошурков(Һамар)
3-сө урын - Данис Хәбибуллин  (Өфө)

12-13 йәшлек ҡыҙҙар араһында:
1 - се урын - Алһыу Ғәббәсова  (Таштуй)
2 -се урын - Азалия Арғынбаева  (Өфө)
3 - сө урын - Оксана Хажина  (Таштуй)

14-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында:
1-се урын - Зиннур Мәғәфүров  (Амангилде)
2-се урын - Фидан Хәлисов (Ишбулды)
3-сө урын - Владислав Кан (Һамар)


14-15 йәшлек ҡыҙҙар араһында:
1-се урын- Айзилә Һибатуллина  (Таштуй)
2-се урын - Сабина Абдуллина  (Өфө)

16-17 йәшлек егеттәр араһында:
1-се урын - Баязит Зәйтүнов  (Яңы Балапан)
2-се урын - Нурлан Мәғәсүмов  (Яңы Балапан)
3-сө урын - Йәнбулат Мөхәмәтғәлиев  (Сиҙәм)


16-17 йәшлек ҡыҙҙар араһында:
1 урын – Маргарита Мәҡсүтова  (Өфө)
2 урын - Олеся Кусякова  (Йәнгел).


Ҡотлайбыҙ! Ҡунаҡ һәм яҡташыбыҙ Рәмил Камил улы Фәтхуллин командаларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас