

Беҙҙең районда бокстың килеп сығыу тарихы Сиҙәм ауылы менән бәйле. 2000 йылда бында «Урал» спорт клубы асыла, үҫмерҙәрҙе тренер Рөстәм Мәүлетдинов бокс серҙәренә өйрәтә. Сиҙәмдәрҙең ул-ҡыҙҙары бокс буйынса ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй, улар бөгөн дә был спорт төрө менән шөғөлләнә, еңеүҙәр яулай һәм хатта үҙҙәре лә бокс буйынса ярыштар уҙғара.
Күптән түгел Сиҙәмдә махсус операцияла һәләк булған яугир Нәдир Хәлил улы Фәйзуллин иҫтәлегенә арналған бокс буйынса район ярыштары үтте. Ярышта Әбйәлил һәм Баймаҡ районынан бөтәһе 7 команда — «Урал», «Красная Башкирия», Асҡарҙан «Бөркөт», «Ырыу» һәм «Батыр» ФҺК-ы командалары, Күсей һәм Урғаҙа ауылдары командалары үҙ-ара көс һынашты.
Ярышты Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Наталья Сатина асты.
— Бөгөн беҙ тыуған илебеҙҙе яҡлап ғүмерен биргән яҡташыбыҙҙы, ысын геройҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн бында йыйылдыҡ, — тип билдәләне Наталья Владимировна. — Яугир Нәдир Фәйзуллин 1989 йылдың 24 февралендә Әлмөхәмәт станцияһы ауылында Хәлил Ниғмәтйән улы һәм Миңзифа Собханғол ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Ул өлкән бала була һәм бала саҡтан уҡ маҡсатҡа ынтылышлылығы, изгелеклеге һәм ярҙамсыллығы менән айырылып тора. Спортты ярата, бокс менән бик мауыға һәм бер нисә тапҡыр республика ярыштарында призлы урындар яулай.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Нәдир Сибай ҡалаһында политехник колледжда уҡый. Диплом алғас, ул армияға хеҙмәт итергә китә, ә ҡайтҡас, Рәсәй тимер юлына эшкә урынлаша. Ҡатыны Рәсилә Мөҙәрис ҡыҙы менән ике бала — бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй.
2023 йылдың октябрендә Нәдир Магнитогорскиҙа Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөй һәм ил именлеген һаҡларға юллана. Ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағандан һуң, көсөргәнешле алыш башланды. Йәш спортсылар оҫталыҡтарын күрһәтте һәм иң яҡшы бокс техникаһын кем белә икәнен күрһәтте.
Әҙел Баһауетдинов (Урал), Тамерлан Йәноҙаков (Батыр), Арыҫлан Абдуллин (Ырыу), Иҙел Мусин (Күсей), Радмир Бакулин (Красная Башкирия), Камила Бакирова (Бөркөт), Илһам Ураҙғолов (Урғаҙа) еңеүселәр тип билдәләнде.
Матур һәм техник алыштары өсөн бөтә еңеүселәр грамоталар, иҫтәлекле һындар һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ һәләк булған яугир Нәдир Фәйзуллин иҫтәлегенә бокс буйынса республика ярыштарын ойошторған һәм үткәргәне өсөн «Салауат» ЯСЙ-һы бокс буйынса тренер Рөстәм Мәүлетдиновҡа һәм «Урал» спорт клубына боксер тоҡсайы бүләк итте.
— Үткән йылдарҙа Сиҙәм боксерҙарының абруйлы мәктәбе барлыҡҡа килде. Район, республика һәм Рәсәй кимәлендәге боксерҙар тәрбиәләнек. Боксты тик көслө рухлы, ныҡышмал ҡыҙҙар һәм егеттәр генә һайлай. Нәдир ҙә минең тәрбиәләнеүселәремдең береһе ине. Ул сос һәм етеҙ булды, спортты яратты. Әбйәлилдәр үҙҙәренең боксерҙарын, яугирҙәрен белһен өсөн ошондай ярыштар үткәрәбеҙ, уларҙы беҙ киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Был тарихтың бер өлөшө булып тора. Тағы ла бындай ярыштар балаларҙы сыныҡтыра, уларҙа еңеүгә ынтылыш тыуҙыра, — ти Рөстәм Нурислам улы.
Башҡортостанда бокс буйынса ике ҙур ярыш үткәрелә:
24 апрелдә — Өфөлә профессиональ бокс кисәһе, унда донъяның ете иленән 16 спортсы ҡатнаша.
11 – 17 май — Өфөлә 19-40 йәшлек ир-егеттәр араһында бокс буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты үтә, унда илдең 14 субъектынан 150 спортсы ҡатнаша.