Спорт
13 Мая , 07:30

Самбо спорты популярлаштырыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин граждандарҙы самбо көрәшенә йәлеп итеү өсөн саралар күрергә ҡушты.  #ВладимирПутин

Самбо спорты популярлаштырылаСамбо спорты популярлаштырыла
Самбо спорты популярлаштырыла

Тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Бойороҡ 2028 йылда самбоның спорт төрө булараҡ танылыуына 90 йыл тулыуға арналған.

Президент шулай уҡ Хөкүмәткә самбоның 90 йыллығына арналған саралар үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдырырға ҡуша. Төбәк властарына самбоны балалар, йәштәр, башҡа йәш төркөмдәре араһында популярлаштырыу һәм Рәсәйҙә был спорт төрөн артабан үҫтереү буйынса саралар күрергә тәҡдим ителә.

Путин үҙе бала саҡтан самбо һәм дзюдо менән шөғөлләнә. 1973 йылда ул самбо, ә дзюдо буйынса ике йылдан һуң спорт мастеры исемен ала. 1998 йылда самбо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры титулын ала. 2025 йылдың июлендә Владимир Путин самбо һәм дзюдоны үҙенең төп мауығыуҙары тип атай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас