Спорт
4 Июня , 11:54

Мәскәүҙә хоккей уйыны үтәсәк

1 июлдә Мәскәүҙә Рәсәй һәм Америка хоккейсылары араһында иптәштәрсә матч үтәсәк. #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәскәүҙә хоккей уйыны үтәсәкМәскәүҙә хоккей уйыны үтәсәк
Мәскәүҙә хоккей уйыны үтәсәк

Был хаҡта рәсәйҙәге Америка сауҙа палатаһы (AmCham) башлығы Роберт Эйджи Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында белдергән.

 «Шулай итеп беҙ ҙә арабыҙҙағы боҙҙоң иреүенә булышлыҡ итербеҙ тип ышанам", - тип билдәләгән ул.

Инициатива рәсәйҙәге Америка сауҙа палатаһынан килә. Америка яғы сараны ойоштороусы булып сығыш яһай.

Бынан алда АҠШ башлығы Дональд Трамп Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәй һәм Америка уйынсылары араһында хоккей матчтары ойоштороу идеяһын хуплағайны. Осрашыуҙар АҠШ-та һәм Рәсәйҙә уҙасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас