

Был туралағы документ 20 июлдә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Ни өсөн тап 22 декабрь? Был дата осраҡлы һайланмаған, сөнки нәҡ ошо көндө илебеҙҙә хоккей тарихы башланған тип һанала. Указ көсөнә ингән, тимәк, быйылдан башлап был байрамды рәсми рәүештә билдәләйәсәкбеҙ.
Был ҡарарҙың төп маҡсаты — хоккейҙы тағы ла нығыраҡ популярлаштырыу, йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү һәм ошо данлыҡлы уйындың традицияларын һаҡлау. Ысынлап та, Рәсәй өсөн хоккей — ябай ғына спорт төрө түгел, ә күптән инде милли ғорурлыҡҡа әйләнгән күренеш.