Спорт
16 Сентября , 03:23

Заманса спорт майҙансыҡтары төҙөлә

Республикала сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм спорт инфраструктураһын яҡшыртыу дауам итә.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Заманса спорт майҙансыҡтары төҙөләЗаманса спорт майҙансыҡтары төҙөлә
Заманса спорт майҙансыҡтары төҙөлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә аша төбәктең төрлө район-ҡалаларында яңы спорт объекттарын файҙаланыуға тапшырҙы.

Был юлы ете районда һәм ҡалала ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн махсус майҙансыҡтар ҡоролһа, Сибай, Бәләбәй һәм Өфө районында заманса «аҡыллы» спорт майҙансыҡтары ишек асты.

Радий Хәбиров яңы объекттарҙың төбәк өсөн мөһимлеген билдәләп, урындағы халыҡты ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы. «Бик яҡшы ваҡиға. Хәйерле юлға! Алға!» – тип дәртләндерҙе ул йәш спортсыларҙы.

«Аҡыллы» майҙансыҡтарҙың үҙенсәлеге шунда: улар һанлы технологиялар менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев әйтеүенсә, QR-код ярҙамында һәр кем профессиональ тренерҙарҙың күнегеүҙәрен видеоформатта ҡарай һәм үҙе өсөн файҙалы кәңәштәр ала ала. Был мөмкинлек балаларҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем барыһына ла асыҡ.

ГТО майҙансыҡтары «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы (государственная программа «Спорт России») нигеҙендә төҙөлә. Уларҙа турниктар, брустар, төрлө көс тренажерҙары һәм гимнастика өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдар бар.

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, был йүнәлештәге эш туҡтап ҡалмаясаҡ. Алдағы йылдарҙа ла спорт инфраструктураһын үҫтереү дауам итәсәк: 2026 йылға тиклем тағы ла 15 яңы ГТО майҙансығын асыу планлаштырыла.

Ошолай итеп, Башҡортостанда һәр кемдең спорт менән шөғөлләнеүе өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас