+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Ғинуар 2023, 15:11

Республикала 900-ҙән ашыу етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән

Башҡортостанда 945 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. 

Республикала 900-ҙән ашыу етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән
Республикала 900-ҙән ашыу етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2022 йыл өсөн мәғлүмәттәр менән бүлеште. Уҙған йылда төбәк ҡалалары һәм райондары 1,5 миллиард һумдан ашыу суммаға торлаҡ һатып алыуға килешеүҙәр төҙөгән. Был сумма 2021 йылда финанслауҙан 60 процентҡа күберәк. Башҡортостандың төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы башлығы вазифаһын башҡарыусы Егор Родин әйтеүенсә, федераль һәм республика бюджеттарынан йөҙ процент күләмендә тиерлек тормошҡа ашырылған. 

 

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: