Төҙөкләндереү
9 Ноябрь 2023, 03:10

Өфө – Инйәр – Белорет юлында ремонт эштәре тамамланыуға бара

Башҡортостанда Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрә ауылы эргәһендәге Өфө – Инйәр – Белорет юлының ике километрлыҡ участкаһын ремонтлау тамамланған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфө – Инйәр – Белорет юлында ремонт эштәре тамамланыуға бараӨфө – Инйәр – Белорет юлында ремонт эштәре тамамланыуға бара
Өфө – Инйәр – Белорет юлында ремонт эштәре тамамланыуға бара

Ремонт «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарылған. Подрядсылар юлдың иҫке япмаһын фрезерлап, тигеҙләгән, яңынан асфальт ҡатламы һалған, ситтәрен нығытып,  юл һыҙаттарын һалғандар, билдәләр ҡуйғандар.

   "Өфө – Инйәр – Белорет юлы республиканың иң күркәм ерҙәренән үтеүсе мөһим юл селтәренә инә. Инйәр һәм Белорет туристар өсөн яратҡан ял итеү урындары булып тора. Был трасса буйынса бик күп ҡыҙыҡлы иҫтәлекле урындарға барырға мөмкин.  Инйәрҙәге ҡая таштар, Абҙаҡ тау саңғыһы курорты, Атыш шарлауығы һәм башҡалар туристар өсөн билдәле урындар.

     Ағымдағы йылға милли проект сиктәрендә Өфө – Инйәр – Белорет юлының 11 участкаһын ремонтлау планлаштырылған. Был трассаның 26 саҡрымдан ашыуы норматив хәлгә килтереләсәк. Бөтә эштәр 2023 йылдың ноябрь аҙағына тиклем тамамланасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас