

Башҡортостан заводына һалынған инвестициялар дүрт йылдан һуң ғына ҡапланыуы, ә проект ҡеүәтенә сыҡҡандан һуң предприятиеның табышы йылына 2 миллиард юаньға тиклем (25,3 миллиард һум)тәшкил итеүе мөмкин.
Ноябрҙә компания вәкилдәре Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашасаҡ һәм «Алға» махсус иҡтисади зонаһы майҙансығы менән танышасаҡ. 2024 йылдың майында Өфө эргәһендә завод төҙөлөшө башланасаҡ, предприятие майҙаны 200 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан сит ил инвесторҙарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, шул иҫәптән өҫтөнлөклө саралар ҙа. Сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса проектты финанслауға льготалы займ йәлеп итеү варианты бар.