

Төҙөүселәр һыҙатты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, биш айҙа реконструкциялаған. Әле аэродром комплексын яңыртыу һәм аэровокзалдың яңы бинаһын төҙөү эштәре тора.
Магнитогорск аэропортында осоу-ултырыу һыҙатын яңыртыу буйынса эштәр 1 июндә башланғайны. Ошо ваҡыттан бөтә йүнәлештәр буйынса осоштар туҡтатылған.
Аэродром инфраструктураһын реконструкциялау дауам итәсәк. Самолеттарҙың туҡталыш урыны һәм хеҙмәтләндереү өсөн перрон киңәйтеләсәк, авария-ҡотҡарыу станцияһының яңы бинаһы, контроль-үткәреү пункты, яңы терминал төҙөләсәк. Бөтә эштәрҙе 2024 йылда тамамлау планлаштырыла.