

Контракттың башланғыс хаҡы 4,7 миллион һум тип билдәләнгән. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ғына подрядсы була ала.
Контракт шарттарына ярашлы, подрядсы конструкция элементтарын һүтергә, тутыҡмай торған ҡорос металдан каркас эшләргә, ҡорос плинтустар, алюминий ҡатнаш профилдән кәртәләр, быяла ишектәр, рейкалы алюмин түшәмдәр монтажларға бурыслы. Гарантияһы ике йыл булыуы мотлаҡ.