Төҙөкләндереү
30 Ноябрь 2023, 02:40

«Алға» махсус иҡтисади зонаһында электр селтәрҙәре төҙөлә

Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы Салауат һәм Стәрлетамаҡ райондарында «Алға» махсус иҡтисади зонаһының  3-сө һәм 4-се майҙансыҡтарында электр селтәрҙәре төҙөүҙең беренсе этабына сауҙа иғлан иткән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Алға» махсус иҡтисади зонаһында электр селтәрҙәре төҙөлә«Алға» махсус иҡтисади зонаһында электр селтәрҙәре төҙөлә
«Алға» махсус иҡтисади зонаһында электр селтәрҙәре төҙөлә

Контракттың башланғыс юғары хаҡы 559,6 миллион һум тәшкил итә.

27 ноябрҙә «БЭСК Инжиниринг» компанияһы тарафынан эшләнгән селтәрҙәр төҙөү буйынса проект документацияһы дәүләт экспертизаһын үткән.

Техник заданиеға ярашлы, подрядсыға 4,2 км оҙонлоҡтағы кабель линияларын үткәрергә, бүлеү ҡоролмаларын төҙөргә кәрәк.

Контракт буйынса эштәр 18 ай эсендә атҡарылырға тейеш. Эштәр өсөн түләү заказсы тарафынан төбәк ҡаҙнаһынан бирелгән субсидия иҫәбенә башҡарыла.

      Әйткәндәй, быйыл Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанда «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһен киңәйтеү буйынса пландарҙы хупланы. Иҡтисади зона «Өфө»индустриаль паркы биләмәһе иҫәбенә киңәйҙе.

      “Алга” сәнәғәт-производство тибындағы айырым иҡтисади зонаға ҡарай һәм Рәсәйҙә иң тиҙ үҫешкән ИҠТИСАДИ ЗОНАЛАРҘЫҢ береһе  һанала. 2020 йылдан унда 12 инвестор эшләй, тағы ла бишәүһе резидент статусын алырға әҙерләнә. Бынан һуң Ишембай  һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендәге махсус иҡтисади зоналар майҙансығы 80 процентҡа тулыласаҡ. Ошо сәбәпле иҡтисади зонаның  майҙанын арттырырға ҡарар ителгән дә инде.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас