Төҙөкләндереү
22 Ғинуар 2024, 10:10

Мәшғүллек үҙәктәре яңыра

Башҡортостанда мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыуға федераль бюджеттан 426 миллион һум бүленә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәшғүллек үҙәктәре яңыраМәшғүллек үҙәктәре яңыра
Мәшғүллек үҙәктәре яңыра

 2019 йылдан Рәсәйҙә “Демография”  милли проекты сиктәрендә мәшғүллек үҙәктәрен модернизациялау  башланды. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова һүҙҙәренсә, хеҙмәт биржаларына алмашҡа «Рәсәй эше» технологик кадрҙар үҙәктәре килә. Өс йыл эсендә Башҡортостанда үҙгәртеп ҡоролған дүрт кадрҙар үҙәге эш башлаған. 2024 йылдың аҙағына  тағы 69 мәшғүллек үҙәген үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла. Уларҙа ағымдағы ремонт һәм өҫтәмә йыһазландырыу буласаҡ.

Был маҡсатта төбәк бюджетынан да өҫтәмә 337 миллион һум бүлеү ҡаралған. Аҡса биналарҙы капиталь ремонтлауға,  үҙгәртеп ҡороуға, эш хаҡын арттырыуға йүнәлтеләсәк. Әйткәндәй, ғинуарҙан мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең окладтары 2,4 тапҡырға артҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас