Йылдан-йыл ҡала мөхите мәсьәләләрен хәл итеүҙә халыҡтың әүҙемлеге арта бара, бында ирекмәндәрҙең ярҙамы ҙур, кешеләргә мәғлүмәт еткереү әүҙемләшә. 2021 йылда үткәрелгән тәүге онлайн-тауыш биреүҙә Башҡортостандан 387 мең кеше ҡатнашһа, 2022 йылда — 560 меңдән ашыу кеше, 2023 йылда — 760 мең кеше ҡатнашҡан.
Быйыл төбәктә милли проект ярҙамында дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумға тағы 123 биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла.
Әйткәндәй, дәүләт Башлығы милли проекттарҙың үтәлешен 2030 йылға тиклем оҙайтҡан.