2020 йылдың октябрендә индерелгән закон буйынса республикала күп балалы ғаиләләргә бушлай бирелә торған ер участкаһы урынана 250 мең һум күләмендәге аҡсалата түләү алыуҙары мөмкин, был альтернатив ярҙам сараһы булып тора.
Түләмде торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә, бурыстың төп суммаһын ҡаплауға йәки ипотека буйынса процент түләүгә, шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы һатып алыуға, ипотека буйынса тәүге иғәнә индереүгә йүнәлтергә мөмкин.
2024 йылда бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләмде 2021 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә алынған мохтаждар ала аласаҡ.
Программа ғәмәлгә ингәндән алып республикала күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған ер урынына аҡсалата түләм тураһында 3,2 мең таныҡлыҡ тапшырылған. Әлегә, дөйөм суммаһы 464 миллион һумлыҡ түләүе булған, 1,8 мең таныҡлыҡ алырға теләүсе көтә.