Был маҡсатҡа федераль һәм республика бюджеттарынан 1,6 миллиард һум йүнәлтелгән. Республикала торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса исемлектә бөтәһе 7 982 етем бала тора, уларҙың 5 088 бәлиғ булыу сәбәпле торлаҡ алыу хоҡуғы бар.
2023 йылға тиклем етем балаларға торлаҡ биналарҙы ҡуртым килешеүе буйынса ғына бирелгән. Былтырҙан республика бюджеты иҫәбенә 3,2 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаты индерелде. Уны 23 йәштән өлкән 80 етем бала файҙалана алған.
Бынан тыш, республика муниципалитеттары етем балалар өсөн 662 фатир һатып алған.
2023 йылдан Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса тупланған бурысты этаплап бөтөрөү программаһы ғәмәлдә. 2024 йылда 749 етем баланы, ә 2030 йылға тиклем 4 950 был категорияға ингән кешене торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла.