Район хакимиәте йылдағыса “Иң яҡшы Ҡар бабай” һәм “Иң яҡшы Яңы йыл биҙәлеше” конкурстарын уҙғарҙы. Конкурстарҙа ҡатнашыу шарттары бик ябай ине: Ҡар бабай фигураһын һынландырырға, Яңы йыл стилендә йортто матур итеп биҙәргә, фотоға төшөрөргә һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендә урынлаштырырға. Конкурс 1 ғинуарҙан 12-һенә тиклем онлайн-флешмоб форматында үтте.
Күптән түгел төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фуат Махийәнов еңеүселәрҙе маҡтау ҡағыҙҙары менән тәбрикләне, “Пирамида” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Зәкир Манапов ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
"Иң яҡшы Ҡар бабай" конкурсында еңеүсе булған Гусев ауылынан Рамаҙан һәм Рушан Сафиуллиндар – 3, 7 класта белем алыусы мәктәп уҡыусылары. Әйткәндәй, улар уҙған йылда ла ошо уҡ конкурста өсөнсө урында еңеүсе тип табылғайнылар.
-Беҙ ғаиләбеҙ менән 7 йыл рәттән Яңы йыл байрамына йорт алдында ҡарҙан төрлө һындар эшләйбеҙ. Ә был конкурста икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Быйыл ҡыш башында ҡар булмау сәбәпле, малайҙар ҡарҙы унан-бынан ташып, һыу ҡойоп, Рушан менән Рамаҙан бәләкәс ҡустылары Ризуанға тип эйергә тау эшләргә булдылар. Шунан ҡарҙан аждаһа, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Ҡар бабай яһанылар. Аталары шыршы алып килде, күмәкләшеп уны ла биҙәнек. Бөтә ғаиләбеҙ менән яуланған еңеү булды, - ти малайҙарҙың әсәһе Әлфинә Сафиуллина.
"Иң яҡшы Яңы йыл биҙәлеше" конкурсында еңгән Ҡушый ауылынан Линара Рәхмәтуллина “Миләш” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
-Конкурста икенсе тапҡыр ҡатнаштыҡ. Тәүге тапҡыр ҡатнашҡанда Юлай улым менән ҡар бабайҙар яһап, икенсе урын алғайныҡ. Быйыл иһә бахрома тигән гирляндалар менән өйҙө уратып, баҡсаны матур итеп биҙәнек, баҡса тышына хатта шыршы ултырттыҡ. Эргәһенә бәләкәй генә тау ҙа эшләнек. Әсәйем Фәнүзә Ғәлип ҡыҙы һәм игеҙәгем Илнар ныҡ ярҙам итте. Биҙәһәң, үҙең өсөн бит, балалар ҙа ҡыуана, йорт әллә ҡайҙан балҡып, матурлыҡ һибеп ултыра, Яңы йыл кәйефе күтәрелә. Үҙең дә ошо тылсымлы Яңы йыл иленә сорналаһың, ниндәйҙер мөғжизәләр көтә башлайһың, - ти Л. Рәхмәтуллина. – Ойоштороусыларға, бағыусыларға ҙур рәхмәт әйткем килә. Киләсәктә ҡатнашыусылар күп булһын, барыһы ла ҡатнашһындар тигән теләктә ҡалам. Һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар бәхете, эштәрендә уңыштар насип булһын, донъялар имен торһон!