Йыл йомғаҡтары буйынса был Волга буйы федераль округында икенсе, Рәсәйҙә етенсе урын тигән һүҙ.
Республика ҡалалары араһында торлаҡты сафҡа индереү буйынса Өфө ҡалаһы лидер булып ҡала, үткән йылда баш ҡалала 1,2 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ бинаһы сафҡа индерелгән. Шулай уҡ алдынғылар иҫәбендә – Стәрлетамаҡ (116 мең квадрат метр) һәм Октябрьский ҡалалары (89 мең квадрат метр) инә. Райондар араһында иң күп торлаҡ Өфө районында (403 мең квадрат метр), Иглин районында (198 мең квадрат метр) һәм Стәрлетамаҡ районында (113 мең квадрат метр) төҙөлгән.
Республика торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндереү, дәүләт яғынан төҙөлөш тармағына ярҙам итеү, льготалы ипотека кредитын үҫтереү буйынса федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша.