Беренсе төркөм, бәләкәй аэродромдарҙы финанслау өсөн махсус фонд булдырыла һәм ул росавиация ҡарамағындағы "Һауа хәрәкәтен ойоштороу буйынса дәүләт корпорацияһы" на йыйымдар иҫәбенә тулыланыуы мөмкин.
Бындай алым аэродромдарҙы реконструкциялау өсөн йылына 10 миллиард һум йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Икенсе төркөм шәхси идаралыҡта булған 28 эре аэропорттарҙы реконструкциялау өлөшләтә федераль һәм төбәк бюджеттары, шулай уҡ инвесторҙарҙың средстволары иҫәбенә финанслау планлаштырыла.
Бынан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин министрҙар кабинетына Чукотка автономиялы округының башҡарма органдары һәм ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһы менән берлектә Певек ҡалаһы аэропортының аэровокзал комплексын реконструкциялау мәсьәләһен ҡарарға һәм 15 мартҡа тиклем хәбәр итергә ҡушҡайны. Ошондай уҡ йөкләмә ике, Мурманск һәм Апатит (Хибина) төбәк аэропорттарына ла ҡағыла.