Эштәр «БР экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары»төбәк дәүләт программаһы сиктәрендә атҡарыласаҡ. Ике сүплектә әлеге мәлдә файҙаланылмай. Иҫәнғол полигонында 26,3 мең кубометр ҡаты ҡалдыҡтар йыйылған һәм ул 3 гектар майҙанды биләй. Уны бөтөрөү буйынса проект документацияһын эшләүгә 10,3 миллион һумға тиклем аҡса бүленә.Николо-Березовка полигонында 37 мең кубометр сүп-сар тупланған. Ул 8,6 гектар майҙанды биләй. Был сүплек өсөн проект әҙерләү 15,8 миллион һумға төшә.
Проекттар сүплектәрҙе рекультивациялауҙың ике этабын үҙ эсенә алырға тейеш — техник һәм биологик. Техник этапта сүплектәр тигеҙләнә һәм кәрәк булғанда террасаға һалына. Өҫтөндә «күп функциялы рекультивацион һаҡлағыс экран» булдырыла. Биологик этапта территория тупраҡ ҡатламы менән ҡапланасаҡ һәм үҫемлектәр сәселәсәк.
"Проект-смета документацияһын әҙерләү тамамланғас, дәүләт заказсыһы төҙөләсәк объектының тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон баһалау мәсьәләләре буйынса йәмәғәт фекере алышыуҙары үткәрә», - тиелә техник заданиела.
Эштәр республика бюджетынан финанслана. Башҡарыусыларҙы 16 февралдә сауҙа барышында һайлап алыу күҙаллана.