Шулай итеп, программа сараларына бөтәһе 1,7 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның 98 процентын федераль финанслау өлөшө тәшкил иткән. Республика бюджетынан авария хәлендәге торлаҡты күсереүгә — 91 миллион һум, урындағы бюджеттарҙан 260 миллион һум йүнәлтелгән.
«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә 2019 йылдан алып 9 меңгә яҡын кеше яңы торлаҡ алған, йәки дөйөм майҙаны 111 мең квадрат метр тәшкил иткән.
Федераль фонд ҡатнашлығындағы адреслы программа сиктәрендә 23 муниципаль районда 61 мең квадрат метрҙа йәшәгән 4,8 меңдән ашыу кеше яңы төҙөлгән биналарға күскән.
Әйткәндәй, 2017-2021 йылдарҙа авария хәлендә тип танылған торлаҡ фонды реестрына дөйөм майҙаны 230 мең квадрат метр самаһы булған 580 йорт ингән. Башҡортостан былтыр июлдә биләмәләрҙе үҫтереү Фондына яңы реестр ебәрҙе.
РБК Өфө хәбәр итеүенсә, башҡортостан граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы ваҡытынан алда тамамланғандан һуң 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң яраҡһыҙ тип танылған торлаҡ фондын күсерә башлаясаҡ. Төбәктә 15 мең кеше яңы торлаҡ алырға тейеш. Төбәк башлығы Радий Хәбиров алдан билдәләүенсә, авария хәлендәге торлаҡты күсереүҙе ваҡытынан алда тамамларға, шул иҫәптән төбәктә ҙур күләмдә торлаҡ төҙөү мөмкинлеге бирҙе.