+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Февраль , 18:20

Өс сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлә

Быйыл Баймаҡ, Бәләбәй һәм Ҡыйғы райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу линиялары төҙөлә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өс сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлә
Өс сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөлә

"Былтыр инвесторҙар менән дөйөм хаҡы яҡынса 10 миллиард һумлыҡ комплекслы ҡалдыҡтар әйләнеше объекттарын төҙөүгә өс концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды. Быйыл республиканың өс районында заманса сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөләсәк. 2030 йылға тиклем ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса тағы ла 26 объект булдырырға ниәтләйбеҙ: дүрт сүп — сарҙы сорттарға айырыу комплексы, туғыҙ полигон, 13 утилләштереү объекты», - тигән Премьер-министр Андрей Назаров.

 

2024 йылда законһыҙ барлыҡ сүплектәр бөтөрөләсәк. Хәҙерге ваҡытта, Башҡортостанда 3,2 мең сүп-сар тупланмаһының 2,9 меңе бөтөрөлгән, иң ҙур полигондарҙы рекультивациялау ҡалған. Шуларҙың 91-е «Генераль йыйыштырыу» федераль проекты исемлегенә ингән, 13 сүплекте бөтөрөүгә федераль бюджеттан аҡса бүленәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: