Башҡортостандан Ҡаҙағстанға тауар экспорты продукция төрҙәре буйынса түбәндәгесә:
химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук 29,9 процент;
башҡа тауарҙар 13,7 процент;
аҙыҡ — түлек тауарҙары һәм сеймал 13,6 процент;
минераль продукция 11,5 процент;
ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары 10,3 процент;
металдар һәм уларҙан изделиелар 9,2 процент;
машиналар эшләү продукцияһы 8,3 процент;
туҡыу, туҡыу изделиелары һәм аяҡ кейеме 3,5 процент.
Тимәк, Ҡаҙағстанға экспорттың иң ҙур статьяһын, химия сәнәғәте продукцияһы тәшкил итә.
2024 йылдың ғинуарында Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанға сәфәре барышында юғары технологиялы тауарҙар, ауыл хужалығы продукцияһы, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары, ашламалар һәм каучук изделиелары етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында яңы килешеүҙәргә өлгәшкәйне.