План буйынса ҡыйыҡтарҙы ремонтлау һәм түбә япмаларын йылытыу буйынса, лифттарҙы алмаштырыу, фасадтарҙы, йылылыҡ, һыу, газ һәм электр менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу һәм башҡа төр эш ҡаралған. Был маҡсатҡа 5,5 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 702 миллионы – республика бюджетынан буласаҡ
Айырыуса иғтибар аҙ ҡатлы күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын ремонтлауға йүнәлтеләсәк. Быйыл был йүнәлеште финанслау күләме 430 миллион һумға артасаҡ, тимәк был 127 йорттоң ҡыйығын өҫтәмә ремонтларға мөмкинлек бирәсәк.
77 күп фатирлы йортта капиталь ремонт башланған да инде. Дөйөм алғанда, фасадтарҙы һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын яңыртыуҙы йылытыу миҙгеле башланғанға тиклем тамамларға планлаштырыла, ҡалған эштәр йыл аҙағына тиклем башҡарыласаҡ.
2024 йылда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына 108 миллион һум йүнәлтелә. Был Өфөлә, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарында 38 күп фатирлы йорттоң 117 подъезын ремонтларға мөмкинлек бирәсәк. Төҙөүселәр подъездарҙы тәртипкә килтерә, стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе буяй, тәҙрәләрҙең ағас блоктарын пластик блоктарға алмаштыра, яңы ишектәр, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәрен ҡуясаҡтар. Программа сиктәрендә, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә пандустар ҡуйыласаҡ. Подъездарҙы ремонтлауҙы апрелдә башларға, бар эштәрҙе сентябрҙә тамамлау планлаштырыла.
«Башҡорт ихаталары» республика программаһы буйынса быйыл, 33 муниципалитетта 143 ихата биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 1 миллиард һум бүленә. Подрядсылар 30 сентябргә төҙөкләндереүҙе тамамлау өсөн 1 майҙан эштәрҙе башларға тейештәр.