Төҙөкләндереү
7 Март 2024, 02:40

148,5 саҡрымдан ашыу юл ремонтланасаҡ

2023 йылда Башҡортостанда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты ярҙамында 161 саҡрым юл ремонтланған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

148,5 саҡрымдан ашыу юл ремонтланасаҡ148,5 саҡрымдан ашыу юл ремонтланасаҡ
148,5 саҡрымдан ашыу юл ремонтланасаҡ

Йыл дауамында подряд ойошмалары юл япмаһын яңыртҡан, юл ситтәрен нығытып, юл билдәләре ҡуйып сыҡҡандар.

      Республикала һуңғы йылдарҙа айырыуса, туристик объекттарға алып барған юл участкаларын ремонтлауға иғтибар бүленә. Уҙған йылда ошо милли проект сиктәрендә Өфө – Инйәр – Белорет юлының 24 саҡрымы, Благовещен – Павловка трассаһының 6 саҡрымы, Өфө – Бөрө – Яңауыл йүнәлеше буйынса 23 саҡрымдан ашыуы норматив хәлгә килтерелгән. Был эш быйылда  дауам итәсәк.

2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса дөйөм оҙонлоғо 851 метрлыҡ ете күпер норматив хәлгә килтерелгән.

Шулай уҡ күп сығымдар талап иткән, дөйөм оҙонлоғо 56 км ашыу булған Ҡариҙел ауылын урап үткән Бөрө – Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлын реконструкциялау, Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөү, Эшсе Хәбәрселәр урамын реконструкциялау һәм Киров районында Высотная, Академик Ураҡсин урамдарын төҙөү эштәре атҡарылған.

Бөтә эштәрҙе тамамлау һәм был объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу 2024 йылда планлаштырыла.

Ағымдағы йылда 148,5 саҡрымдан ашыу юлдарҙы ремонтлау һәм дөйөм оҙонлоғо 566  метрлыҡ 8 күперҙе норматив хәлгә килтереү планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас