Ошо осорҙа финанслау күләме ун тапҡырға артҡан. Әйтәйек, 2014 йылда, пилот проекты булараҡ эшләй башлағанда, төбәк бюджетынан 60 миллион бүленгән, 2023 йылда сумма 600 миллион һум тәшкил иткән.
Бынан тыш, былтыр бер башланғысты хуплауға максималь субсидия күләме 200 мең һумға арттырылған. Шулай итеп, республиканың урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашҡан халыҡ, үҙҙәренең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү өсөн төбәктән 1,2 миллион һумға тиклем аҡса ала ала.
Ун йыл эсендә, Башҡортостанда бөтәһе 5 меңгә яҡын проект тормошҡа ашырылған. Республика ҡаҙнаһынан уның өсөн 3,5 миллиард һум самаһы аҡса бүленгән, тағы ла 1,7 миллиарды - халыҡ үҙе йыйған һәм урындағы хакимиәт өҫтәгән аҡса.