Әгәр, 2022 йылда республика был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һум йәлеп итһә, 2024 йылда был сумма 10 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Быйыл туғыҙ тораҡ пунктта коммуналь объекттарҙы яңыртыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, Учалы ҡалаһында ҡаҙанлыҡ төҙөләсәк , Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылында ҡаҙанлыҡ реконструкцияланасаҡ. Өфөлә һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәренә капиталь ремонт һәм реконструкция, Ишембай районының Петровский ауылында таҙартыу ҡоролмалары, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Ауырғазы районында һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәрен реконструкциялау ҡаралған.
Тағы, республикала махсус ҡаҙна кредиты средстволары иҫәбенә дөйөм хаҡы 3,5 миллиард һумлыҡ ике проект тормошҡа ашырыла. Улар-Нефтекамала канализацияның баҫым коллекторҙарын 2,5 миллиард һумға реконструкциялау һәм Өфөлә һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәренең 24 участкаһын 1 миллиард һумға капиталь ремонтлау.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда коммуналь инфраструктураның туҙыуы — 54 процент, ил буйынса 60 процент тәшкил итә.