Төҙөкләндереү
21 Март 2024, 02:45

Яңы регионға ярҙам

2024 йылда Башҡортостан  юл төҙөүселәре Луганск Халыҡ Республикаһында 23 саҡрым юлдарҙы ремонтлаясаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Яңы регионға ярҙамЯңы регионға ярҙам
Яңы регионға ярҙам

Башҡортостандан юл төҙөүселәр ундағы Красный Луч, Петровское, Вахрушево һәм Хрустальный ҡалаларында 27 урамды ремонтларға ниәтләй. Уларҙың оҙонлоғо яҡынса 23 км тәшкил итә.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов һүҙҙәренсә, Красный Лучта дөйөм оҙонлоғо 18 км булған 19 объектты, Хрустальныйҙа оҙонлоғо 1,3 км булған ике урамды, Вахрушевола оҙонлоғо 2,9 км булған биш урамды һәм Петровскийҙа оҙонлоғо 1,2 км булған бер урамды ремонтлау планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас