Компания «БлагоЛэнд» ял базаһын киңәйтеүгә 160 миллион һум самаһы инвестиция һалырға планлаштыра, йәки 26 бәләкәй модуль йорттар, кафе, пляж һәм причал менән ял зоналары, мунса комплексы һәм парковкалар булдырырға ниәтләй.
Ял базаһы Благовещен ҡалаһына эсендә, Ағиҙел йылғаһының Ҙур утрау территорияһында урынлашҡан.
Быға тиклем компания проектты тормошҡа ашырыуға 65 миллион һум аҡса һалған, базаны булдырыуға төбәк һәм федераль бюджеттарҙан 42,4 миллион һум субсидия йәлеп ителгән. Бөгөн ял базаһында 10 сафари-тент эшләй, майҙа 12 модуль, июнгә тағы 14 асыласаҡ.
Проект тулы ҡеүәтенә 2026 йылда сығырға тейеш.