-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Апрель , 07:40

Урман тергеҙеү эштәре башлана

Быйыл республикала 15 мең гектарҙан ашыу ерҙә урман тергеҙеләсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Урман тергеҙеү эштәре башлана
Урман тергеҙеү эштәре башлана

Һуңғы биш йылда Башҡортостанда 68 мең гектар урман ҡырҡылған, ә 77 мең гектар ерҙә ултыртылған. Шулай итеп, төбәктә тергеҙелгән урмандар майҙаны ҡырҡыу майҙанынан 13,2 процентҡа күберәк.

     2023 йылда республикала тергеҙелгән урман майҙаны ҡырҡылған урман майҙанынан 12,5 процентҡа күберәк булған.  Бер йылда 15,6 мең гектар урман тергеҙелгән, 13,8 мең гектар майҙанда ҡырҡылған.

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда «Экология» милли проектының «Урмандарҙы Һаҡлау» проекты һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары буйынса ағас ултыртыу саралары  башлана.

      Әйткәндәй, һуңғы биш йылда Башҡортостандың урман тармағына 4,8 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән, шуларҙың 3,5 миллиарды — федераль бюджеттан, 1,3 миллиарды төбәк бюджетынан бүленгән.

Һуңғы өс йылда Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында урман хужалығына иң күп федераль аҡса йәлеп иткән төбәк. Аҡса урмандарҙы һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм техника һатып алыуға йүнәлтелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: