+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Юлдарыбыҙ тигеҙ булһын өсөн

Яҙғыһын ҡар иреү менән бергә юлдарҙа соҡор-саҡырҙар проблемаһы киҫкенләшә. «Һикерткестәрҙең» күбәйеүе юлда йөрөүселәргә ҡамасау итеп кенә ҡалмай, авария хәле тыуҙырыуы менән дә хәүефле. Шуға күрә юлсылар ремонт миҙгелен нәҡ соҡорҙарҙы ямауҙан башлай ҙа инде.

— Ҡышҡыһын температураның ныҡ түбәнәйеүе асфальттың ярылыуына килтерә, ә иреткәс, ярыҡтарға һыу төшөп, урын-урыны менән уны ҡуптырып та сығара. Икенсенән, оҙаҡ файҙаланыуҙа булған юлдар үҙҙәре лә ремонт талап итә. Шулай уҡ  юл хәрәкәтенең — транспорт ағымының йылдан-йыл көсәйеүе асфальт япмаһының тиҙерәк туҙыуына килтерә. Соҡорҙарҙы хасил итеүсе төп сәбәптәр ошолар, — тип билдәләй район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре. 
Улар йылдағыса март айынан уҡ һыуыҡ асфальт менән юлдарға ямау һалыу эштәрен башланы. Әйтергә кәрәк, иртә яҙҙан соҡорҙарҙы ремонтлауға тотоноу зарурлығы буйынса быйыл республика башлығы Р. Ф. Хәбиров та  ҙур талап ҡуйҙы һәм мәсьәләне контролгә алды. 
— Әлеге ваҡытҡа Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы үҙенең ҡарамағындағы юлдарҙа 70 процентҡа соҡорҙарҙы ремонтланы. Быға Асҡар – Дәүләт – аэропорт – Магнитогорск, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Асҡар –Әлмөхәмәт – Сибай, Сермән – Амангилде – Баймаҡ трассаларының Әбйәлилгә ҡараған участкалары инә, — ти ДРСУ-ның производство-техник бүлеге начальнигы Рифат Баймырҙин.
Соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса мастерҙар Әхәт Низамов һәм Марат Фәттәхов етәкселегендәге ике бригада эшләй. Беҙҙең районда күпселекте асфальтланған юлдар  тәшкил итә, шуға күрә юлсылар өсөн эш күләме ҙур ғына. Иҡтисади күҙлектән ҡарағанда, асфальт юлдарҙы яҡшы торошта тотоу бик ҡиммәткә төшә. Шулай ҙа юлдарҙың төҙөклөгө йәһәтенән әбйәлилдәр республикала алдынғылар рәтендә. Ошо арала асфальт-бетон заводы эшкә ебәрелә, тимәк, соҡорло юлдар проблемаһын бөтөрөү тағы ла тиҙләтеләсәк. 
Бер ыңғай ауылдарҙы тоташтырған ҡырсынташлы шосселар ҙа тәртипкә килтерелә. Бындай участкаларҙы грейдер һәм катоктар тигеҙләү менән мәшғүл. Әлеге ваҡытта грейдерсы Юлай Кәримов Байым төбәгендә, Илһам Суфиянов Амангилде яғында эшләй. Катокты Сибәғәт Әхмәтғәлин йөрөтә. Апрель аҙағына тиклем бөтә шосселарҙа ла эштәр тамамланырға тейеш.
Май айы юлсылар өсөн йылдағыса республика буйынса иғлан ителгән төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә уҙасаҡ. Был осорға буяу, туҡталҡаларҙы йүнәтеү, юл билдәләрен төҙәтеү буйынса эштәр ҡаралған. 
Юлдарҙы ремонтлауға килгәндә, Белорет – Магнитогорск йүнәлешендәге трассала Әбйәлил сигенән башлап 5 саҡрым арауыҡта һәм Нияҙғол ауыл тәңгәлендәге участкала 3 саҡрым юлда асфальтты яңыртыуға контракт төҙөлгән. Был асфальт юл файҙаланыуға тапшырылғаны бирле бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған. Муниципаль-ара юлдарҙан Красная Башкирия – Покровка  юлын Һамар ауылы тирәһендә ремонтлау планға алынған. Озерный яғынан ҡалаға инеү урыны төҙөкләндереләсәк. Шулай уҡ былтыр һалына башланған Яҡтыгүл ауылына тура юл төҙөлөшө лә дауам ителәсәк.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: