Ауыл эргәһенән Ҡыҙыл йылғаһы аға. Ауыл халҡына ошо йылғаны аша сығыу өсөн уңайлы күпер булыуы бик мөһим. Элеккеһе иҫкереп, ҡурҡыныс хәлгә килгән ине. Ошо көндәрҙә ауыл егеттәре өмә эшләп, Ҡыҙыл йылғаһы аша күперҙе бына тигән итеп яңыртып ята. Материалды Илфат Ғайсин бирһә, Мәжит Фәйезов бысып бирҙе. Рөстәм Мансуров, Илгиз Ялмырҙин, Зәбир Заһитов, Илдар Солтанов, Айтуған Мәғәфүров, Ишҡол Мөхәмәтов, Талип Йәһүҙин, Мират Мансуров, Ғәлимйән Рысҡужин, Ҡотдос Әминев башҡалар ҡул көсө менән ярҙам күрһәтте.