+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Июнь , 08:32

“Аҡыллы ҡала” системаһы үҫешә

Республиканың тораҡ пункттарында «Аҡыллы ҡала»системаһы элементтарын индереү  дауам ителә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана   

“Аҡыллы ҡала” системаһы үҫешә
“Аҡыллы ҡала” системаһы үҫешә

Эш йүнәлештәренең береһе - видеокүҙәтеүҙең интеллектуаль системаларын индереү. Был кешеләрҙең һәм уларҙың мөлкәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең мөһим өлөшө.

     Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованованың белдереүенсә,   2019 йылдан алып «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса йорт яны биләмәләрендә 2 228 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған. Шуларҙың 1 307-һе «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексына тоташтырылған. Камералар балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, парк зоналарын, парковкаларҙы, подъездарға инеү  урындарын күҙәтеүгә алыу өсөн ҡуйылған.

    Бынан тыш, 1 816 видеокамера «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә монтажланған. Уларҙың 1 048-е шулай уҡ «Хәүефһеҙ ҡала» комплексына тоташтырылған. Был видеокүҙәтеү системалары,  йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа һәм енәйәтселек менән көрәшеүҙә ҙур урын алып тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: