+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Июнь , 16:20

Әбйәлилдә туристик объекттар арта

Эшҡыуар милли проект ярҙамында туристик бизнесын киңәйткән

Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта

Хәҙер яҡшы ял итер өсөн алыҫ барырға кәрәкмәй. Үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар ҡала шау-шыуынан арыныу өсөн, балаларға мауыҡтырғыс ял көндәрен үткәреү өсөн, йыл әйләнәһенә уңайлы ял итеү өсөн бөтә шарттар булдыра. Райүҙәктең эргәһендә урынлашҡан «Экстрим» ял базаһында ике яңы глэмпинг барлыҡҡа килде. Быға эшҡыуар Лидар Әхтәмов «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса ойошторолған гранттар конкурсында ҡатнашыуы арҡаһында өлгәште. Милли проекттың төп бурысы — туристарҙың килеүен арттырыу һәм тармаҡта килемде үҫтереү. Ул Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итәсәк. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Лидар Әхтәмовҡа «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә капиталь булмаған модулле урынлаштырыу сараларын булдырыуға субсидия алыу өсөн конкурста ҡатнашыуға заявка әҙерләргә тәҡдим ителә.

— 2022 йылда Өфөлә үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәт»ендә проектым менән еңеп сыҡтым һәм 2023 йылдың сентябрь айында модулле йорттарҙы алып килделәр. 12 йыл эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләй башлағандан бирле Силәбе өлкәһенең Woodel компанияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Өйҙәрҙе лә улар эшләне, — ти Лидар Хәмзә улы.

Лидар Хәмзә улының базаһында проект буйынса көмбәҙ рәүешендә дүрт модулле йорттар хасил булды, улар 8 кешегә тәғәйенләнгән. Модулле йорттар өс модулдән тора, бөгөнгө көндә уларҙың икәүһе төҙөлөп бөтөлгән, июнь аҙаҡтарында ҡалған икәүһе килеп етәсәк, ти эшҡыуар. Ике йорт 72 квадрат метрлы, (уларҙың мунсаһы ла бар), ҡалған икәүһе 60 һәм 40 квадрат метрлы. Унда аш-һыу бүлмәһе, ике йоҡо бүлмәһе, зал һәм йыуыныу бүлмәләре, мейес урынлашҡан, эргәләге матур тәбиғәт ҡосағы менән һоҡланырға тыш яҡтан террасаһы, шешлек ҡурырға мангал зонаһы ла бар. Йорт эстәренә заманса мебелде эшҡыуар үҙе һатып алып ултыртҡан. Өйҙәрҙә яҡты, ҡотло һәм уңайлы ла.

Модулле йорттар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән. Улар ҡунаҡтарҙы миҙгелгә ҡарамай, йәғни йыл әйләнәһенә ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Проект өсөн федераль бюджеттан алты миллион, республиканан 120 мең тирәһе аҡса бүленгән. Ә ҡалған 7 миллион самаһын иһә эшҡыуар үҙенең кеҫәһенән сығарған, бөтә йорттарҙы урын еренә еткереп эшләр өсөн яҡынса 13 миллион тирәһе сығым талап ителгән.

— Ял базаһына күбеһенсә Белореттан, Бөрйәндән, Баймаҡтан, Сибайҙан, Иҫке Сибайҙан, Магнитогорск ҡалаларынан киләләр. Хәҙер беҙҙең бөтә шарттар бар һәм улар ғаиләләре, туғандары менән килеп рәхәтләнеп ял итә алалар. Хәҙер кешеләр балаларын төрлө яҡлап үҫтерергә, уларҙы ҡыҙыҡлы аттракциондарҙа йөрөтөргә тырыша. Улар пейнтбол, бау паркы, балалар батуттары һәм аттракциондарҙа уйнай ала, баггила, квадроциклдарҙа ла йөрөү мөмкинлеге бар.

Әлеге мәлдә турбазала ҡалған ике йортто урынлаштырыу өсөн әҙерлек эштәре бара, ҡоҙоҡтар ҡаҙыла, һыу үткәрелә, тиҙҙән мебелдәр ҙә алынасаҡ.

— Милли проект нигеҙендә уҙғарылған конкурста ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булыуыма бик шатмын һәм рәхмәтлемен. Өҫтәмә ярҙам һөҙөмтәһендә база киңәйҙе һәм үҙгәрҙе, туристар ағымы ла артты, — ти база директоры. — Шулай район хакимиәтенән дә лизинг ярҙамында 500 мең һум күләмендә аҡса бүленде.

Эшҡыуарҙың базаһында бөтә ғаилә ағзалары ла йәлеп ителгән. Хәләл ефете уң ҡулы булһа, ҡыҙҙары Регина менән Рина ла көнө-төнө аталарына ярҙам итә. Әйткәндәй, өлкән ҡыҙы Регина Силәбе ҡалаһында туризм буйынса уҡыуын тамамлаһа, Рина әле Төркиәнең Измир ҡалаһында ошо уҡ йүнәлеш буйынса икенсе курсты тамамлаған.

Белеүебеҙсә, танылған эшҡыуарҙың йәйге һәм ҡышҡы базалары бар. Был эштәрҙең барыһының да гөрләп эшләүенең башында яңылышыуҙар, хаталаныуҙар, бейеклеккә күтәрелеүҙәр, түбән төшөүҙәр ҙә бар. Улар тәжрибә тупларға, аяҡҡа нығыраҡ баҫырға ярҙам иткәндер. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар осраһа ла, Лидар Хәмзә улы бирешмәҫ, гөрләтеп эшләр, яңы уңыштарға өлгәшер, бейеклектәр яулар. Киләсәктә ул йәйге турбазала 150 кешегә тәғәйенләнгән банкет залы эшләргә хыяллана. «Йүнсел йүнен таба» тигәндәгесә, уның пландары тормошҡа ашыр әле.

Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Әбйәлилдә туристик объекттар арта
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: