+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Июнь , 07:40

Яңы янғын депоһы сафҡа ингән

Ғафури районы Красноусол ауылында яңы янғын  депоһы асылған. Ул  республиканың янғын  һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен камиллаштырыу стратегик планына ярашлы төҙөлгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Яңы янғын депоһы сафҡа ингән
Яңы янғын депоһы сафҡа ингән

1500 квадратметр майҙанды биләгән ике ҡатлыбиназаманталаптарына яуапбирә.Бындадүртмашинағаиҫәпләнгән гараж, янғын һүндереү техникаһын техник хеҙмәтләндереү бүлмәһе, тын алыу аппараттары баллондарына һауа тултырыу пункты, ҡарауыл бүлмәһе, элемтә пункты бар.Бынантыш, бинала хеҙмәткәрҙәр өсөн кабинеттар, хужалыҡ бүлмәләре, ветерандар советы бүлмәһе һәм видеопроектор һәм тренажер комплекстары менән йыһазландырылған уҡыу класы урынлашҡан.Бынан тыш, янғын депоһында Ғафури районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте урынлашасаҡ.

     Шәхсисоставты физик әҙерлеген нығытыуһәм янғын-строевой әҙерлек буйынса дәрестәр үткәреү өсөн биләмәлә ҡаршылыҡтар һыҙаты һәм тренажер башняһы, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, спорт ҡаласығы бар. Ут менән көрәшселәрҙеңхәрбирасчетындаөсавтоцистернаһәм бер автолестница иҫәпләнә.Янғынһүндереү-ҡотҡарыу часындабөтәһе31хеҙмәткәрэшләй.

      Бүлексә 96 тораҡ пунктты һәм унда йәшәүсе 30 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: