+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Июнь , 07:50

Юбилей объекттары график буйынса төҙөлә

Билдәле булыуынса, Өфөнөң 450 йыллығы 31 августа билдәләнәсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Юбилей объекттары график буйынса төҙөлә
Юбилей объекттары график буйынса төҙөлә

Был көндө, Өфөнөң Октябрь районында Көрәш һарайын асыу планлаштырыла.Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдереүенсә, объектта эштәр график буйынса алып барыла, уның әҙерлеге 75 процент тәшкил итә. Әлеге мәлдә, төҙөүселәрҡыйыҡты яба, вентиляция һәм кондиционер системаларын монтажлай, бинаның эске һәм тышҡы биҙәлешен башҡара.Бынантыш, эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереүгә тотонғандар.

      ИнорсбиҫтәһендәИшкәкле слалом комплексын төҙөүҙең беренсе сираты тамамланған.Төҙөүселәрбындаяһалмаҡаршылыҡтарҡуя, шулай уҡ 2024 йылдың көҙөндә ҡоролма ярыштарҙы ҡабул итергә әҙер булһын өсөн эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндерә.ОбъекттыӨфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» Халыҡ-ара форумын уҙғарыу осоронда асырға планлаштыралар.

      Көҙгөһөн Өфөлә Рәмил Әйүпов исемендәге Фехтование үҙәге лә асыласаҡ.Былобъекттың әҙерлеге - 65 процент тәшкәл итә.Бындаҡыйыҡты монтажлау һәм фасад эштәре башланған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: