+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Июль , 07:30

Башҡортостанда биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса 14 проект тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда 1,7 млн квадрат метр майҙан күләмендә биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса 14 проект тормошҡа ашырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Башҡортостанда биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса 14 проект тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса 14 проект тормошҡа ашырыла

КРТ программаһы заман талаптарына яуап бирмәгән авария хәлендәге, туҙған, мораль яҡтан иҫкергән йорттарҙы һәм инфраструктураны һүтеүҙе һәм реконструкциялауҙы, шулай уҡ яңы объекттар төҙөүҙе һәм территорияларҙы төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Был төбәктәрҙең ҡала төҙөлөшө үҫешенең төп йүнәлештәренең береһе. Мәҫәлән, 2023 йылда Башҡортостан өсөн дөйөм ҡала төҙөлөшө потенциалы – 5,7 млн квадрат метр, шуның 1,2 млн квадрат метры – КРТ сиктәрендә билдәләнгән була. 2024 йылға КРТ-ның план күрһәткесе-670 мең квадрат метр. Әйтәйек, 2030 йылға КРТ сиктәрендә градпотенциал 5,6 млн квадрат метрға етергә тейеш. Шулай уҡ биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу барышында 41 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡ фондын күсерергә планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: