+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
7 Июль , 14:19

Матур ял итеү урыны буласаҡ

Айғырбатҡан утарында урынлашҡан Айтуған Фәттәховтың хужалығы көндән-көн матурая, үҫешә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәген асыуҙа ҡатнашты. Төбәк етәксеһе  һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ландшафты, тыуған яҡтың мәҙәниәтен һәм тәбиғи үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм туристарҙы йәлеп итеү өсөн күп эштәр башҡарылыуын әйтте. 

Беҙҙең районда ла туризм өлкәһендә бик күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, Айғырбатҡан утарындағы Айтуған Фәттәховтың төҙөлөп бөтөп килгән йәйләүен генә алайыҡ. Үҙе бер айырым ауылды хәтерләткән йәйләүҙә этник стилдәге тирмәләр, туристарға ял итеү өсөн глэмпингтар, банкеттар уҙғарыу өсөн тирмә формаһындағы ресторан төҙөлә. Туристар башҡорт халҡының мәҙәниәтен, милли аш-һыуынан ауыҙ итеп, йылҡыларҙы өйрәтеү, йылҡы малын тәрбиәләү буйынса мастер-кластар ҡарай аласаҡ. 

-  Этник стилдәге тирмәләрҙә ял итергә килеүселәр халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, көнкүрешен сағылдырған әйберҙәр менән таныша аласаҡ. Ә ризыҡҡа килгәндә тик милли ризыҡтарҙан торған ғына кухня тәҡдим ителәсәк, - ти фермер. 

Халыҡ сервислы һәм комфортлы бындай урындарҙа ял итеүҙе хуп күрә хәҙер.

Матур ял итеү урыны буласаҡ
Матур ял итеү урыны буласаҡ
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: