+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Июль , 07:40

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек нисек бара?

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә,  әлегә тармаҡтың ҡышҡа әҙерлеге 42 процент тәшкил итә.

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек нисек бара?
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек нисек бара?

     Башҡортостанда йылытыу миҙгеленә 18,5 мең күп фатирлы йорт әҙерләргәкәрәк.Уларҙың яртыһында йылытыу системаларын йыуыу үткәрелгән, эҫе һыу менән тәьмин итеү системалары  көйләнгән.Күп фатирлыйорттарҙыңтуғыҙпроцентыҡышҡышарттарҙафайҙаланыуға әҙерлекпаспорттарыналған. Архангел, Әлшәй, Нуриман, Дәүләкән райондары йылытыу миҙгеленә яҡшы әҙерлек күрһәтәләр.

      Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу буйынса эштәр дауам итә. Атап әйткәндә, милли именлек фонды средстволарын йәлеп итеп, Краснохолмский ауылында ҡаҙанлыҡ реконструкциялана, Учалыла яңы ҡаҙанлыҡ төҙөлә. Бынан тыш, коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһы сиктәрендә Яңауылда, Күмертауҙа һәм Шишмәлә йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәре капиталь ремонтлана. Шулай уҡ газ үткән күп фатирлы йорттарҙа вентиляция каналдарының һәм төтөн сығыу юлдарының торошон тикшереү эштәре дауам итә. 14 меңдән ашыу ошондай йорт тикшерелгән дә инде. Әбйәлил, Асҡын, Баҡалы һәм Күгәрсен райондарында ҡайһы бер социаль учреждениеларҙың блоклы-модулле ҡаҙанлыҡтарында ҡаҙандарҙы алмаштырыу талап ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: